1-се Башҡорт уҡсылар полкы
1-се Башҡорт уҡсылар полкы (1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 1-се Башҡорт пехота полкы) — Башҡорт хөкүмәтенең тәүге регуляр хәрби формированиеһы. Тарихы1-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 июнендәге приказына ярашлы Силәбе ҡалаһында Мосолман ирекле отряды нигеҙендә ойошторола[1]. Ырымбур ҡалаһы ул ваҡыттағы Башҡортостан автономияһының хәрби-сәйәси үҙәге Силәбенән алыҫ булғанға күрә, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби-ойоштороу мәсьәләләр буйынса вәкәләттәре Ырымбур хәрби бүлегенә бирелә. Был хәрби бүлек 4-се Башҡорт пехота полкын төҙөү менән етәкселек итә, уны бөтә кәрәк-яҡтар һәм офицер кадрҙары менән тәьмин итә. 4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә[1]. 1918 йылдың июленән 1-се Урал пехота дивизияһы составында була. 1918 йылдың авгусында Башҡорт хөкүмәте менән бергә Ырымбурға күсә, бында 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә. 1918 йылдың 25 октябрендә 1-се Башҡорт пехота полкына «уҡсылар» атамаһы бирелә. 1918 йылдың ноябрендә 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы таратылғас, 1-се полк 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына керә[1]. Адмирал А. В. Колчак власҡа килгәндән һуң, 1918 йылдың 20 ноябрендә Юғары баш командующий штабының приказына ярашлы 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһын 10-сы уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә, ә 1-се Башҡорт полкына 37-се номер бирелә. 1919 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт ғәскәренең штабы полкка элекке номерын ҡайтара. Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барышында 1-се Башҡорт уҡсылар полкы Екатеринбург (1918 йылдың июнь-авгусы) һәм Стәрлетамаҡ (1918 йылдың декабре — 1919 йылдың феврале) фронттарында Ҡыҙыл Армияһы частарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң, полк таратыла[1]. Айырыу билдәләре1918 йылдың 14 июнендә Башҡорт хөкүмәтенең ҡарары буйынса полк яугирҙарының хәрби формаһында милли айырмалыҡ системаһы индерелә. Һул еңдә күк төҫтәге ҡалҡан рәүешендә билдә (киңлеге яҡынса 9 см, оҙонлоғо 11 см) беркетелә, ҡалҡандың түбәнге өлөшөндә полктың номеры, ә уртаһында көмөш ярым ай ҡуйыла. Көмөш ярым ай өҫтөндә хәрби званиеларҙың айырмалыҡ билгеләре урынлаштырыла: офицерҙарҙа — йондоҙҙар (званиеға ярашлы, штаб-офцерҙарҙа алтын төҫтә, обер-офицерҙарҙа көмөш төҫтә); ефрейторҙар, кесе һәм өлкән унтер-офицерҙар көмөш уҡа, ә подпрапорщиктар — алтын уҡа сиккән. Баш кейемендә кокарда урынына чехословак корпусында кеүек күк таҫма беркетелә.
Командирҙары
1918 йылдың ноябренән Хәбибулла Ғәбитов был хәрби формированиеһында полк муллаһы булып хеҙмәт итә. Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
|