Gracias a la vida (йыр)
A la vida Gracias (исп. — «Рәхмәт тормошҡа») — Чили йырсыһы Виолета Парраның йыры. Йыр Las Últimas Composiciones (1966) альбомына ингән, йырсының һуңғы йыры. ЙоғонтоGracias a la vida — Парраның иң билдәле йыры. Уны гуманизм гимны тип атайҙар[2][3]. 1972 Аргентина йырсыһы Мерседес Соса Gracias a la vida йырын Парра иҫтәлегенә яҙҙыра[4]. Уны шулай уҡ ошо уҡ исемле альбом сығарған Джоан Баэз, Нана Мускури, Ясмин Леви, Шакира башҡаралар. Фин йырсыһы Арья Сайонмаа йырҙың фин (Miten voin kyllin kiittää) һәм швед (Jag vill tacka livet) варианттарын яҙҙыра[5]; аҙаҡҡыһы 1986 йылда Улоф Пальмены ерләгәндә башҡарыла[6]. 2013 йылда Gracias a la vida йыры «Грэмми» латин даны залына индерелә[7]. 2010 йылғы хәйриә версияһы2010 йылдың 27 февралендә Чилила ер тетрәү була, уның артынан — цунами. Бер нисә айҙан Чили йырсыһы Бето Куэвас Gracias a la vida йырының яңы версияһын тәҡдим итә, уны ул Латин Америка йондоҙҙары Мигель Бозе, Майкл Бубле, Фернандо Ольвер, Хуан Луис Герра, Шакира, Хуанес, Лаура Паузини һәм Алехандро Санстар ярҙамында музыкаль продюсер һәм тауыш режиссеры Умберто Гатика студияһында яҙҙырыла. Кампаниянан алынған бөтә килем ер тетрәүҙән зыян күреүселәр файҙаһына күсерелә[8]. Иҫкәрмәләр
|